Дидактик уйын

«Мөғжизә-паровоз»

Уйындың тасуирламаһы.

Был уйын сенсорлы үҫеш өсөн күнегеү булып тора. Был пособие индивидуаль рәүештә лә, шулай уҡ төркөмсәләр (3-4 кеше) тарафынан да ҡулланыла.
Маҡсат: эш барышында сенсорлыҡ тойғоһон камиллаштырыу һәм үҫтереү.
Бурыстары:
Белем биреү:
- "Транспорт»темаһы буйынса һүҙлекте киңәйтеү һәм әүҙемләштереү;
- Балаларҙы предметтарҙың формаларын геометрик өлгөләр менән сағыштырырға, фигураларҙы өлгө буйынса һайларға өйрәтеү;
- Сәскәләр тураһында төшөнсәләрҙе нығытыу, төҫтәр буйынса предметтарҙы төркөмләй белеү;
– Ҙур төшөнсәләр менән таныштырыуҙы дауам итеү – бәләкәй, берәүһе-күп, берәүһе лә бер төрлө түгел, төрлө.
Үҫтереүселәр:
- Күреү һәләтен һәм иғтибарҙы үҫтереү;
- Төҫтәр буйынса предметтарҙы төркөмләү оҫталығын үҫтереү;
- Ваҡ моториканы үҫтереү

This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website